Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Июль , 12:13

Яңы Ергән ауылы янындағы күпер капиталь ремонтлана

Ошо һәм башҡа автомобиль юлдарын ремонтлау тураһында  тулыраҡ мәғлүмәтте  һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Яңы Ергән ауылы янындағы  күпер капиталь ремонтлана
Яңы Ергән ауылы янындағы күпер капиталь ремонтлана

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов  социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Яңы Ергән ауылы янындағы  күперҙе ремонтлау  һәм  башҡа автомобиль юлдарына  ҡағылышлы мәғлүмәт бирҙе.

Аҡъяр-Новочеркасск автомобиль юлында Таналыҡ йылғаһы аша һалынған  күперҙе капиталь ремонтлау эше башлана. Халыҡ уны “Яңы Ергән күпере” тип йөрөтә.

Төҙөлгән дәүләт контрактына ярашлы, был эштәр ике йыл дауам ителеп, уны 2025 йылдың 30 октябренә тиклем тамамлау күҙаллана. Бынан тыш, ошо йүнәлештә,  Ырымбур өлкәһе менән сиктә 3 саҡрым участкала,  автомобиль юлын ремонтлауға ла контракт төҙөлдө. Был эште подрядчиктар  2024 йылдың 1 октябренә тиклем тамамларға тейеш.

Был ике контракт буйынса ла заказчик—Башҡортостан Республикаһы юл хужалығы идаралығы. Шулай уҡ  күперҙе ремонтлау сиктәрендә  Сәғит-Новочеркасск юлында 18 км юлға ҡырсынташ түшәү планлаштырылған һәм  материалдар килтерелә башланған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы,  Сибай-Аҡъяр автомобиль юлында ла  ремонт эштәре дауам итә. Хәйбулла районында быйыл  6 км оҙонлоғонда участканы яңыртасаҡтар.  Был автомобль юлында эштәр 2025-2023 йылдарҙа ла дауам итәсәк.

Рустам Шарипов

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: