ИҠТИСАД
2 Июль 2024, 18:12

Беренсе сиҙәмселәр ҡотлауҙар ҡабул итә

70 йыл элек районда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү эше башланып, Хәйбулла игенселәр төбәгенә әүерелә.

Беренсе сиҙәмселәр ҡотлауҙар ҡабул итәБеренсе сиҙәмселәр ҡотлауҙар ҡабул итә
Беренсе сиҙәмселәр ҡотлауҙар ҡабул итә

70 йыл элек районда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү эше башланып, Хәйбулла игенселәр төбәгенә әүерелә. Үкенескә күрә,  ул данлы хеҙмәт йылдары шаһиттары сафы йылдан йыл әҙәйә.

Район хакимиәте вәкилдәре район ветерандар советы рәйесе  менән берлектә беренсе сиҙәмселәр: Аҡъярҙан Факил Саҙрый улы Хәкимов, Рафайыл Аҡмал улы Нураев,  Дамир Сәлимйән улы Аҡҡусҡаров,  Тәнзилә Йомағужа ҡыҙы Байрамғоловаларҙы  ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы һәм хеҙмәт батырлыҡтары, район һәм илебеҙ үҫешенә индергән тос өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ә абруйлы хеҙмәт ветерандары сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү йылдары тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Улар, ул саҡта йәш кенә ҡыҙҙар һәм егеттәр,  яҡшы уңыш алыу өсөн иртәнән ҡара кискә тиклем баҫыуҙа эшләйҙәр. Мәҫәлән, Тәнзилә Йомағужа ҡыҙы быуыны ла нығынып бөтмәҫтән, сиҙәм эштәрендә ҡатнаша. Ул дизель тракторында прицепщик булып эшләй, тракторҙа ла йөрөй.

Рәхмәт һеҙгә, хеҙмәт батырҙары,  именлектә һәм һаулыҡта йәшәгеҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас