Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Июнь , 15:03

Башҡорт этно-ихатаһы - туризмды үҫтереүҙә яңы аҙым

«Башҡорт этно-ихатаһы» проектын туристик индустрия булдырыу өсөн грант алған эшҡыуар Юлдаш Бохарбаев тормошҡа ашырҙы.

Аҡъяр ауылынан шәхси эшҡыуар Юлдаш Бохарбаев биш йыл буйына ошондай этно-йорт төҙөүҙе планлаштыра. Былтыр ул «Башҡорт этно-ихатаһы» төбәк проектында ҡатнашты һәм 3,7 миллион һум субсидия алды. Проектҡа дөйөм инвестициялар күләме 7,5 миллион һум тәшкил иткән.

Башҡорт этно-ихатаһында ике тирмә, ике модулле йорт, мунса һәм бәҙрәф (санузел) бар.

-Башҡорт этно-ихатаһы тулыһынса асылды һәм туристарҙы, урындағы халыҡты ҡабул итеүгә әҙер. Бөтә объекттарға ла пандустар ҡуйылған. Кешеләр килеп тирмәлә төрлө саралар, никах, юбилейҙар үткәрәләр. Ихатала ял итеү урыны, мангал зонаһы бар. Бының өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Хаҡтар бик ҡиммәт түгел. Киләсәктә бында башҡорт этно-мәҙәниәт музейын булдырырға ниәтләйем. Бының өсөн экспонаттар эҙләйбеҙ. Шулай уҡ район буйынса этно-маршруттар эшләргә һәм туристарҙы Хәйбулланың матур, тарихи урындары менән таныштырырға планда бар, - ти Юлдаш Бохарбаев.

-Беҙҙең район эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү өсөн уңайлы тәбиғәт-климат шарттарында урынлашҡан, һәм районда был өлкәне үҙләштерергә теләүселәрҙең күбәйеүе ҡыуаныслы. Бының өсөн кәрәкле тәбиғи, мәҙәни һәм кеше ресурстары бар, эшҡыуарҙарға ярҙамға төрлө дәүләт ярҙам программалары ла килә. Алдағы йылдарҙа берлектәге тырышлыҡ менән районыбыҙ туризм йәһәтенән тағы ла мауыҡтырғыс булһын өсөн тағы ла күберәк шарттар булдырырбыҙ тип ышанам, – ти район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Шәхси эшҡыуар Юлдаш Бохарбаевтың районда туризмды үҫтереү эшмәкәрлегендә уңыштар, ә инде башҡорт этно-ихатаһында ял итергә, төрлө саралар, осрашыуҙар үткәрергә теләүселәр күберәк булыуын теләп ҡалабыҙ.

Башҡорт этно-ихатаһы - туризмды үҫтереүҙә яңы аҙым
Башҡорт этно-ихатаһы - туризмды үҫтереүҙә яңы аҙым
Башҡорт этно-ихатаһы - туризмды үҫтереүҙә яңы аҙым
Башҡорт этно-ихатаһы - туризмды үҫтереүҙә яңы аҙым
Башҡорт этно-ихатаһы - туризмды үҫтереүҙә яңы аҙым
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: