Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
5 Июнь , 11:50

Йәнтеш ауылынан Шәфҡәт Иштанов ете төрлө еләк үҫтерә

  

Йәнтеш ауылынан Шәфҡәт Иштанов ете төрлө еләк үҫтерә
Йәнтеш ауылынан Шәфҡәт Иштанов ете төрлө еләк үҫтерә

Ауыл ерендә эш юҡ тип тормаған, тотҡан да баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә тотонған. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы йүнселе еләк үҫтерә. Был хаҡта Йәнтеш мәҙәниәт йорто төркөмө хәбәр итә.

"Иштанов Шәфҡәт Әсҡәт улы күп йылдар буйы шофер (дальнобойщик) булып эшләгәс, быйыл туҡтап, еләк үҫтереү маҡсаты менән картуфлыҡ урынына, үҫентеләр һатып ала.
Ете төрлө еләк үҫентеһен үрсетә башлаған. Әлегә ваҡытта был, Йәнтеш ауылында, бәлки, районда яңы шөғөл!
Ҡарбуз, ҡауын, ташҡабаҡ һәм картуф та ултыртып өлгөргән.

Тирә-яғын кәртәләп алып электр көтөүсегә, шул уҡ телефонына тоташтырып камера ла ҡуйылған. Мал үтеп инә алмай, еңелсә ток һуға, шул уҡ ваҡытта күҙәтеү алып барыла.
"Беренсе уңышты тәмләп тә ҡараным," - ти ул.
Афарин, Шәфҡәт! Эшенең уңын биреп, мул уңыш алырға яҙһын! Уңыштар теләйбеҙ!" - тип яҙғандар "Йәнтеш мәҙәниәт йорто" төркөмөндә.

Фото һәм сығанаҡ: Йәнтеш мәҙәниәт йорто төркөмөнән

Йәнтеш ауылынан Шәфҡәт Иштанов ете төрлө еләк үҫтерә
Йәнтеш ауылынан Шәфҡәт Иштанов ете төрлө еләк үҫтерә
Автор:Йәнтеш мәҙәниәт йорто
Читайте нас: