Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Май , 21:42

"Ғаилә фермаһы" гранттар конкурсында ҡатнашығыҙ

"Ентекле бизнес-план төҙөп, конкурста ҡатнашығыҙ, эшегеҙҙе үҫтерегеҙ”, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

"Ғаилә фермаһы" гранттар конкурсында ҡатнашығыҙ
"Ғаилә фермаһы" гранттар конкурсында ҡатнашығыҙ

“Фермер хужалыҡтарының күп булыуы республибыҙҙың үҙенсәлеге ул. Башҡортостанда улар 8 мең самаһы, күбеһе үҫемлекселек менән шөғөлләнә. 2023 йылда фермерҙар төбәктең сәсеүлек майҙанының 35 процентына – ул 1 миллион гектарҙан ашыу -  иген сәскән.

Федераль һәм төбәк ярҙам саралары һәм грант программалары һөҙөмтәһендә  республикала фермер хужалыҡтары йылдан-йыл арта.

Грант программаларын тормошҡа ашырыу маҡсатында биш йылда беҙҙең фермерҙар үҙ хужалыҡғын үҫтереүгә 3 млрд 300 миллион һумдан ашыу алған.

Шундай программаларҙың береһе – “Ғаилә фермаһы”. 2023 йылда Башҡортостанда 19 миллион һумға тиклемге күләмдә грантты 14 ғаилә фермаһы алған. Ә конкурсҡа бөтәһе 53 ғариза бирелгән.

Фермер хужалыҡтарына һәм шәхси эшҡыуарҙарға ғаилә фермаһын үҫтереү өсөн грант 30 миллионға тиклем бирелә, әммә ғариза биреүсенең йомғаҡлау проекты хаҡы 60 проценттан күп була алмай.

Йыл һайын үткәрелә торған “Ғаилә фермаһы” гранттар конкурсының яңы этабы май урталарында башлана. Программаға дөйөм дәүләт ярҙамы быйыл 65 миллион һум тәшкил итә.

Документтарҙы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына бирергә мөмкин. Һылтанмаһын ҡуям: https://agriculture.bashkortostan.ru/

Ентекле бизнес-план төҙөп, конкурста ҡатнашығыҙ, эшегеҙҙе үҫтерегеҙ”, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Документтар биреү өсөн һылтанмалар:

"Ғаилә фермаһы" программаһы https://cckrb.ru/programs/programma-semeynye-fermy/#program-doc2

"Кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереү" программаһы https://cckrb.ru/programs/razvitie-materialno-tekhnicheskoy-bazy-selskokhozyaystvennykh-potrebitelskikh-kooperativov-v-2019-g/#program-doc2 

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall555400080_11478

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: