ИҠТИСАД
25 Апрель 2024, 06:22

Яҙҙың бер көнө – йылды туйҙыра

"Әбүбәкер" йәмғиәте эшселәре яҙғы баҫыу эштәренә тәүгеләрҙән булып тотондо

Механизатор Айнур СынбулатовМеханизатор Айнур Сынбулатов
Механизатор Айнур Сынбулатов

23 апрелдә районда Флүс Сираев етәкселегендәге "Әбүбәкер" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҙғы баҫыу эштәренә тәүгеләрҙән булып тотонған. Тәжрибәле механизатор Айнур Сынбулатов  Т-150 тракторында 100 гектар майҙанда культивация эштәрен башҡарған, бында көнбағыш сәсеү өсөн тупраҡ әҙерләнә. Ә механизатор Рөстәм Игебаев МТЗ-82.1 тракторында дымды ҡаплау эштәрен башлап, 300 гектар ерҙе тырматҡан. Бөтә эштәрҙе бригадир Хәлит Биктимеров бик яҡшы ойошторған, тип хәбәр иттеләр Хәйбулла районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән. 

Хәйбулла районы хужалыҡтарында уңышлы эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа алдан хәстәрләнә, яҙғы баҫыу эштәренә орлоҡтар һәм техникалар әҙерләнә. Көндәр матур торғанда сәсеүҙе башларға ла мөмкин буласаҡ.

Яҙҙың бер көнө – йылды туйҙыра
Яҙҙың бер көнө – йылды туйҙыра
Яҙҙың бер көнө – йылды туйҙыра
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас