Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Апрель , 18:12

КӨТӨҮ СЫҠТЫ, КӨТӨҮ...

Юлбарыҫ ауылында У.Таймасов фермер хужалығында һарыҡтар йәшел үләнгә сыҡҡан

КӨТӨҮ СЫҠТЫ, КӨТӨҮ...
КӨТӨҮ СЫҠТЫ, КӨТӨҮ...

Юлбарыҫ ауылында У.Х. Таймасовтың фермер хужалығында 300 баштан ашыу һарыҡ оҙон ҡышты имен-аман үткәргән. Көндәр йылынып, йәшел үлән моронлана башлау менән малҡайҙарҙы йәйге көтөүлектәргә сығарғандар. 

Тар кәртә-ҡураларҙан иркенлеккә сыҡҡан малҡайҙарҙың сабышыуы,  йәшел үлән еҫен һиҙеп, һауаны еҫкәп фырш-фырш итеп тын алыуҙары, кем көслөрәк тип һөҙөшөүҙәре үҙе бер тамаша.

Имен-һау булһын мал-тыуарҙар. Һәр ауыл кешеһенең иң изге теләктәре инде был һүҙҙәр. Ямғырлы-ҡояшлы, бәрәкәтле йәйҙәр килһен!

Автор:Хәйбулла районы мәғлүмәт-консультация үҙәге
Читайте нас: