Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Апрель , 10:57

Эшҡыуар ханымдың эше көйлө

Аҡъярҙан Нәзирә Кәримова заман менән бергә атлаған  сәмле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе

Эшҡыуар ханымдың эше көйлө
Эшҡыуар ханымдың эше көйлө

Аҡъярҙан Нәзирә Кәримова заман менән бергә атлаған, шәхси эшен уңышлы башлап ебәргән тырыш, сәмле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. "bahetle" магазинының хужабикәһе, эш коллективына тырыш етәксе, йортонда уңған хужабикә.

--Район хакимиәтенән субсидия ярҙамы алып, 2023 йылда үҙ бизнесымды кондитер продукцияһынан ит ярымфабрикаттары етештереүгә йүнәлтеп, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым. Кредит алып, кәрәкле ҡорамалдар алдым: һыуытҡыстар, туңдырғыс, тиҙ туңдырыу аппараты һатып алдым. Аҙаҡ район хакимиәте тарафынан тормошҡа ашырылған саралар буйынса сығымдарҙы ҡаплау өсөн бирелгән аҡсаға төрлө сеймалдар һатып алдым. Итте үҙебеҙҙең район фермерҙары менән килешеү төҙөп алам,-ти Нәзирә Мостафа ҡыҙы.

Уңышлы эшҡыуарҙың үҙ девизы бар: “Тәмле аша, оҙаҡ йәшә һәм бәхетле бул”,-тигән. Шул девизға ярашлы магазиндың исемен атай. "Мин булдырҙым" тип өлгәшелгән уңышы менән генә ҡәнәғәтләнеп, риза булып ултырмай Нәзирә ханым. Киләсәккә пландар менән янып йәшәй.

 

Тулыраҡ “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең 6 мартта сыҡҡан 10-сы һанында уҡығыҙ.

Гүзәл Бохарбаева.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: