Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Март , 14:16

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермер яңы цех асырға ниәтләй

    

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермер яңы цех асырға ниәтләй
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермер яңы цех асырға ниәтләй

Шишмә районының Күсем ауылынан ҡымыҙ бешеүсе Флүр Йосопов 25 йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Уның ҙур хужалығында 130 ат, шул иҫәптән 80 һауын бейә бар. Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөндә Шишмә районының бизнес-шерифы Руслан Уразмәтов хәбәр итте.

2023 йылда эшҡыуар йылҡы малы тоҡомон яңыртыу өсөн алты айғыр һатып алған, шуларҙың дүртәүһе – башҡорт тоҡомло һәм ике йөк аты. Муниципаль программа ярҙамында ул үҙенең сығымдарын ҡаплауға 500 мең һум субсидияға эйә булған. Хәҙер Флүр Йосопов яңы идея өҫтөндә эшләй. Яҡын киләсәктә ул ит эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алып,  деликатестар етештереү эшен яйға һалырға ниәтләй. Үҙенең идеяларын бойомға ашырыу өсөн эшҡыуар ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә уйлай.

 
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермер яңы цех асырға ниәтләй
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермер яңы цех асырға ниәтләй
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: