Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Февраль , 20:30

Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Борис Искаков почетлы исемгә лайыҡ булды

Дәүләт наградаһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы

Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Борис Искаков почетлы исемгә лайыҡ булды
Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Борис Искаков почетлы исемгә лайыҡ булды

Район аграрий тармағын үҫтереү йүнәлешендә 50 йыл хеҙмәт стажы булған  Борис Искаков тураһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә яҙҙы.

--Район аграр секторының уңышлы эшләгән етәкселәренең береһе Борис Искаков “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Дәүләт наградаһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.  Борис Сәлимйән улының район аграрий тармағын үҫтереүҙә  50 йыл хеҙмәт стажы бар. Ябай водителдән етәксе вазифаһына тиклем күтәрелеп, ул әле лә улы менән берлектә “Подольск” йәмғиәтен етәкләй.  Был хужалыҡ районда алдынғылар рәтендә.  Бынан тыш, Борис Сәлимйән улы ауылдың социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша,  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡулдан килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙа.

Борис Сәлимйән улын һәм уның коллективын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайым. Предприятиеға уңыштар теләйем,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

https://vk.com/id516529973

 

 


Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: