Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Февраль , 14:24

Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт ярҙамы

Бөгөн район хакимиәтендә ошо темаға арналған семинар-кәңәшмә үтте.

Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт ярҙамы
Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт ярҙамы

Бөгөн район хакимиәтендә “2024 йылда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт ярҙамы саралары. Үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар” темаһына арналған семинар-кәңәшмә үтте. Унда  ауыл хужалығы өлкәһендә бәләкәй һәм һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, фермерҙар, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусы граждандар, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев алып барҙы.

БР Ауыл хужалығы консультация үҙәге директоры урынбаҫары Ә.Гарейшина семинарҙа ҡатнашыусыларҙы дәүләт ярҙамы саралары, үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар менән таныштырҙы. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау тураһында һөйләне.

"Мирас-Эко" агробизнесҡа хоҡуҡи ярҙам үҙәге эксперты Г.Хөснөтдинова  агробизнес алып барыуҙың хоҡуҡи үҙенсәлектәре тураһында сығыш яһаны.

Муниципаль район Советы секретары С.Байғабулов үҙ сығышында сәсеүлектәрҙе тапау, ауыл хужалығы малдарын ирекле көтөү мәсьәләләренә туҡталып үтте.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: