Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Февраль , 16:15

Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү хаҡында һөйләне

   

Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү һәм республиканың тораҡ пункттарында тормошто яҡшыртҡан проекттар тураһында яҙып сыҡты. Республика етәксеһе Федоровка районы бизнесмены Дамир Шәриповты миҫалға килтерҙе.

«2023 йылда Бала Сытырман ауылында йәш егет Дамир Шәрипов автозаправка асты. Бәләкәй ауыл өсөн мөһим ваҡиға. Яҡындағы яғыулыҡ ҡойоу станцияһы 25 саҡрым алыҫлыҡта, район үҙәгендә урынлашҡан булған. Хәҙер Бала Сытырманда ла модулле автозаправка бар. Бында — АИ-92 маркалы бензин һәм дизель яғыулығы менән ике колонка. Ике яңы эш урыны барлыҡҡа килде. Эшҡыуар заправка төҙөү идеяһын дәүләт ярҙамы менән ғәмәлгә ашырҙы. Башҡортостанда юл яны сервисын үҫтереү — өҫтөнлөклө йүнәлештәребеҙҙең береһе, ошондай башланғыстарға һәр саҡ ҙур иғтибар бүләбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, Дамир Шәрипов үҙенең проекты менән 2022 йылдың ғинуарында район хакимиәтендәге эшҡыуарлыҡ сәғәтендә таныштырған. Шунан һуң уға ер участкаһы алырға һәм инженер селтәрҙәрен үткәрергә ярҙам иткәндәр. Киләсәктә тағы ла бер нисә АЗС асыу ниәте бар.

«Дамирға һәм үҙ маҡсатына ынтылған барлыҡ эшҡыуарҙарға уңыштар теләйем! Эште ниҙән башларға йәки бизнесты үҫтереү өсөн ярҙам саралары тураһында белмәйһегеҙ икән, investrb.ru порталы һәм беҙҙең бизнес-шерифтар командаһы ярҙамға килер», —  тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.

Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Сығанаҡ:Башинформ

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: