Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
5 Февраль , 19:55

Иң яҡшы транспорт һәм юл хеҙмәткәрҙәре билдәләнде

   

Иң яҡшы транспорт һәм юл хеҙмәткәрҙәре билдәләнде
Иң яҡшы транспорт һәм юл хеҙмәткәрҙәре билдәләнде

Элек-электән беҙҙең район үҙенең эшһөйәр, талантлы кешеләре менән дан тота. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади инициативаһы, еренә һәм халҡына тоғролоғо менән яҡташтарының ғорурлығы булып тора. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм Хәйбулла районы учреждениеларының, ойошмаларының һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү өсөн 2023 йылда йыл һайын үткәрелеүсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль конкурсы иғлан ителә, унда конкурс комиссияһына 15 номинация буйынса 19 ғариза тапшырыла.

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе автобусы водителе Ҡасҡынов Азат Ғилметдин улы «Иң яҡшы транспорт хеҙмәте хеҙмәткәре»  номинацияһында, ә  Баймаҡ юл-ремонт-төҙөлөш идаралығының Хәйбулла участкаһының трактор машинисы Мортазин Фәрғәт Тәлғәт улы «Иң яҡшы юл хужалығы хеҙмәткәре» номинацияһында еңеүсе тип танылды. Ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Иң яҡшы транспорт һәм юл хеҙмәткәрҙәре билдәләнде
Иң яҡшы транспорт һәм юл хеҙмәткәрҙәре билдәләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: