Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
5 Февраль , 20:31

Иң яҡшы газ хеҙмәткәре билдәләнде

  

Иң яҡшы газ хеҙмәткәре билдәләнде
Иң яҡшы газ хеҙмәткәре билдәләнде

Элек-электән беҙҙең район үҙенең эшһөйәр, талантлы кешеләре менән дан тота. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади инициативаһы, еренә һәм халҡына тоғролоғо менән яҡташтарының ғорурлығы булып тора. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм Хәйбулла районы учреждениеларының, ойошмаларының һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү өсөн 2023 йылда йыл һайын үткәрелеүсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль конкурсы иғлан ителә, унда конкурс комиссияһына 15 номинация буйынса 19 ғариза тапшырыла.

«Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең Сибай ҡалаһындағы филиалының Хәйбулла районында комплекслы-эксплуатация хеҙмәтенең ер аҫты газ торбаларын файҙаланыу буйынса слесары Баҡтыбаев Рәшит Тимербулат улы «Иң яҡшы газ хеҙмәте хеҙмәткәре» номинацияһында еңеүсе тип танылды. Ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: