ИҠТИСАД
5 Февраль 2024, 14:10

Иң яҡшы аграрийҙар билдәләнде

   

Иң яҡшы аграрийҙар билдәләндеИң яҡшы аграрийҙар билдәләнде
Иң яҡшы аграрийҙар билдәләнде

Элек-электән беҙҙең район үҙенең эшһөйәр, талантлы кешеләре менән дан тота. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади инициативаһы, еренә һәм халҡына тоғролоғо менән яҡташтарының ғорурлығы булып тора. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм Хәйбулла районы учреждениеларының, ойошмаларының һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү өсөн 2023 йылда йыл һайын үткәрелеүсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль конкурсы иғлан ителә, унда конкурс комиссияһына 15 номинация буйынса 19 ғариза тапшырыла.

«Агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре» тип 2023 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Иҫәнгилдин Илдар Теүәлбай улы  һәм В.Власенко крәҫтиән (фермер) хужалығының механизаторы Марченко Игорь Николаевич билдәләнде.  Ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Иң яҡшы аграрийҙар билдәләнде
Иң яҡшы аграрийҙар билдәләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас