ИҠТИСАД
26 Ғинуар 2024, 06:12

Аҡъюл ауыл биләмәһенә трактор кәрәк

Аҡъюл ауыл биләмәһе йәштәре һәм ололары ҡеүәтле техника алыуҙы хуплап, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша

Аҡъюл ауыл биләмәһенә трактор кәрәкАҡъюл ауыл биләмәһенә трактор кәрәк
Аҡъюл ауыл биләмәһенә трактор кәрәк

Һәр ауыл биләмәһендә трактор кеүек техника йәйен-ҡышын мотлаҡ кәрәк.

 Ә Аҡъюл ауыл биләмәһе үҙенең ҡырыҫ тәбиғәте,  үҙенсәлекле географик положениеһы менән башҡаларҙан айырылып тора.  Шуға күрә, Аҡъюл ауыл биләмәһе йәштәре һәм ололары ҡеүәтле техника алыуҙы хуплап, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша. “Ҡышҡы бурандарҙан һуң, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, ауылдар араһында юл асыу проблемаларын иҫәпкә алып, ошо проектҡа өҫтөнлөк бирҙек”, ти улар.

Акъюловский сельсовет. Сельское поселение

Автор:
Читайте нас