ИҠТИСАД
12 Ғинуар 2024, 14:50

Яңы йыл тиражында ҙур күләмдә аҡса отҡан

100 000 000 һум күләмендә суперприз бүлешкән дүрт бәхетле кешенең береһе Башҡортостандан. Бынан тыш, республикала тағы 11 кеше миллион һум отҡан.

2024 йылдың тәүге көнөндә Башҡортостанда йәшәүсегә бәхет йылмайҙы. Ул лотереяның яңы йыл тиражында 100 000 000 һум күләмендә суперпризды үҙ-ара бүлешкән дүрт бәхетле кешенең береһе була. Еңеүсенең Стәрлетамаҡта йәшәүе билдәле.

Бынан тыш, республикала тағы 11 кеше миллион һум отҡан. Бәхетле билеттар Өфөлә, Күмертауҙа, Ҡариҙелдә, Красноусолда, Стәрлебашта, Бишбүләктә, Стәрлетамаҡта һәм Иҫке Балтаста һатып алынған. Был хаҡта лотерея операторының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда йәшәүселәр яңы йыл тиражында 46 миллион һумдан ашыу отҡан. 2023 йылда төбәктә 74 меңдән ашыу кеше аҡсалата приздар алған, ә 23 бәхетле кеше миллионер булды. Бөтә отоштарҙың дөйөм күләме 134 миллион һумдан ашып киткән.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас