ИҠТИСАД
10 Января 2024, 16:05

Ҡош киҙеүе арҡаһында Башҡортостанда тауыҡтарҙың дүрттән бер өлөшө юҡ ителгән

      

Ҡош киҙеүе арҡаһында Башҡортостанда тауыҡтарҙың дүрттән бер өлөшө юҡ ителгәнҠош киҙеүе арҡаһында Башҡортостанда тауыҡтарҙың дүрттән бер өлөшө юҡ ителгән
Ҡош киҙеүе арҡаһында Башҡортостанда тауыҡтарҙың дүрттән бер өлөшө юҡ ителгән

Уҙған йылдың авгусында «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе таралыу һөҙөмтәһендә 3,245 миллион ҡош (ул осорҙа республика йорт ҡоштарының 25 проценты самаһы), 18,25 миллион йомортҡа, 70 тонна ит продукцияһы юҡ ителде. Был хаҡта  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында республиканың ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин хәбәр итте. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҡош-ҡортто һәм фабрика продукцияһын яндырыу юлы менән юҡ иткәндәр.

Ҡош киҙеүе йәшен тиҙлегендә таралғанлыҡтан, был ҡарар потенциаль хәүефле усаҡты локализациялау өсөн ҡабул ителә, сөнки сир башҡа төбәктәргә таралыу хәүефе юғары булған. Был сир сығанағы Башҡортостанда 2023 йылда берҙән-бер осраҡ булған (дөйөм алғанда Рәсәйҙә уларҙың 77-һе асыҡланған). 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас