Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Ноябрь 2023, 16:55

Радий Хәбиров «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһы тураһында һөйләне

  

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнеш барышында.

«Башҡорстанда оҙон ғүмерлелек» программаһы киләһе йылда ла, унан һуң да дауам итәсәк. Әлегә 20 мең кешене ебәрҙек, был да бик яҡшы, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Программала ҡаралғанса, йылына 50 мең турист булырға тейеш, финанстарға бәйле әлегә ундай мөмкинлегебеҙ юҡ. Киләһе йылға 20 мең кешене ебәрергә иҫәп тотабыҙ. Бәлки, 30 меңгә еткереп һәм йылдан-йыл арттырып булыр. Ни өсөн? Сөнки беҙҙең пенсионерҙар йәш әле: 55, 60, 65 йәш. Улар хаҡлы ялға сығалар ҙа үҙ-үҙҙәренә бикләнәләр, өйҙә генә ултыралар. Ә беҙ уларға йәшлектәренә ҡайтырға мөмкинлек бирәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был бик шәп проект, шуға күрә программаны дауам итәбеҙ».

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала йәшәүселәрҙең күбеһе тыуған ҡалаһынан йәки ауылынан ситкә сыҡҡаны юҡ.

«Был программаның әһәмиәте шунда: беҙ уны субсидиялайбыҙ, — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовтың һорауына яуап биреп. — Ғаризағыҙҙы рәсмиләштерегеҙ. Һеҙҙең квотаны эшләрбеҙ. Кешеләр лайыҡлы эшләне. Улар бит, һеҙ әйткәнсә, ветеран-пенсионерҙар, улар барыбер үҙҙәренең сәфәрҙәре тураһында яҙасаҡ». 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: