Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Ноябрь 2023, 19:27

«Башҡортостан 3.0» программаһы өҫтөндә эш ярты йылда тамамланасаҡ

  

Идара итеүсе команда «Башҡортостан 3.0» программаһы өҫтөндә эште ярты йыл эсендә тамамлаясаҡ. Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш»тә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновтың алдағы 10-15 йылда Башҡортостан киләсәген нисек күҙаллауы тураһында һорауына яуап биргән ваҡытта ошо турала белдерҙе.

«Башҡортостан 3.0» программаһында беҙ иҡтисадтың, социаль өлкәнең ниндәй буласағын күрһәтербеҙ. Әммә 10 йәки 15 йылдан республиканың ниндәй буласағын әйтә алмайым, сөнки донъя шул тиклем тиҙ үҙгәрә. Күҙаллауы бик ҡатмарлы. Республика етәксеһе булараҡ бурысым - офоҡтарҙы билдәләү. 2018 йылда минең 310-сы указымда ошондай офоҡтарҙы билдәләнек. Ләкин ҡайһы берҙәрен объектив шарттарға бәйле үтәмәнек, сөнки был йүнәлештә бик һәйбәт эшләмәнек. Ә 20-40 йылдан Башҡортостандың ниндәй буласағын хаҡлы ялда уйларбыҙ», - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: