Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Ноябрь 2023, 09:04

Радий Хәбиров 2030 йылда Башҡортостандың ниндәй буласағын һөйләне

-

Радий Хәбиров 2030 йылда Башҡортостандың ниндәй буласағын һөйләне
Радий Хәбиров 2030 йылда Башҡортостандың ниндәй буласағын һөйләне

«Беҙҙең форум йылдан-йыл ҡыҙыҡлыраҡ һәм йөкмәткелерәк була бара. Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуҙың йылдан-йыл артыуын күрәбеҙ», - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышында.

Быйылғы форум ун алтынсы тапҡыр үткәрелә. Ул хөкүмәт һәм бизнес араһында диалог алып барыу майҙансығына әүерелде, унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала һәм үҫеш йүнәлештәре билдәләнә. Быйыл төп тема — киләсәккә табан юлда иҡтисадты үҙгәртеү. Профессиональ берләшмәгә иртәнән һуңға прогноз төҙөргә тәҡдим ителә.

Радий Хәбиров төбәктәре менән ныҡлы эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырылған, уртаҡ проекттары булған Ҡаҙағстан һәм Белорусь делегацияларын айырым сәләмләне. Башҡортостан сауҙаһының дүрттән бер өлөшө — Ҡытай Халыҡ Республикаһына тура килә, Ҡытай делегацияһының Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашыуы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытырға мөмкинлек бирә.

«Әгәр иртәнән һуңға нимә буласағы хаҡында хыялланып ҡына ултырһаҡ, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Әле коллегаларыбыҙ менән Башҡортостанды 2030 йылға тиклем үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ, алдағы биш йылға пландар ҡорабыҙ. Беҙ 3.0 программаһын формалаштырыуҙың һуңғы этабына сығабыҙ, унда иҡтисадта, социаль һәм башҡа өлкәләрҙә өлгәшергә теләгән маҡсатлы күрһәткестәрҙе яҙырбыҙ. Иртәгәһе көндөң ниндәй буласағы күп осраҡта үҙебеҙгә бәйле», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Халыҡтың етеш тормошо, йәшәү өсөн уңайлы шарттар, ғаиләләрҙең именлеге — Башҡортостандың идара итеү командаһы эшенең төп маҡсаттарының береһе, тип билдәләне республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-23/radiy-habirov-rasskazal-kakim-budet-bashkortostan-v-2030-godu-3534386

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
Автор:
Читайте нас: