Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Ноябрь 2023, 22:13

Афарин, Хәйбулла эшҡыуарҙары!

Улар “Йыл эшҡыуары” республика конкурсында  еңеүселәр иҫәбендә

Афарин, Хәйбулла эшҡыуарҙары!
Афарин, Хәйбулла эшҡыуарҙары!

Район эшҡыуарҙары йыл һайын үткән “Йыл эшҡыуары” республика конкурсында еңеүселәр иҫәбендә.

“Балта” коворкинг үҙәге етәксеһе Рәмил Билалов “Халыҡ-художество кәсептәре өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” номинацияһы еңеүсеһе.

“Автозвук” автосервисы һәм  автозапчастар магазины директоры Луиза Абыҙгилдина –“Иң яҡшы социаль йыл эшҡыуары” номинацияһы лауреаты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  былтыр Луиза Марат ҡыҙы “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ йыл проекты” номинацияһында еңеү яулағайны.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: