ИҠТИСАД
22 Ноябрь 2023, 15:24

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды

    

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылдыӨфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды
Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2023 асылды. Ун алтынсы халыҡ-ара форум Рәсәйҙән һәм ике тиҫтәнән ашыу дуҫ илдәрҙән (Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Иран һәм башҡалар) 4 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.

Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров әлеге сараны республика партнерҙары өсөн аралашыу, яңы контракттар, килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеген биргән уникаль майҙансыҡ булыуын әйтте.

«Быйыл беҙ донъяның 21 илен, Рәсәйҙең 89 төбәген һәм Дәүләт Думаһынан, Федерация Советынан, ШОС-тан, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан, Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзынан, Рәсәй терәгенән, Эшлекле Рәсәйҙән партнерҙарыбыҙҙы сәләмләйбеҙ. Бында 4 меңдән ашыу ҡатнашыусы бар, был аҙнаның барыһы өсөн дә һөҙөмтәле үтеренә ышанабыҙ. Йәмғеһе 50-нән ашыу эшлекле сара планлаштырылған, һәр кем үҙенә аралашыу даирәһен, ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр табыр. Беҙ киләсәккә күҙ һалырға һәм 25-30 йылдан нимә булырын аңларға теләйбеҙ», - тип билдәләне Андрей Назаров.

Дуҫтарса мөнәсәбәттәге Белоруссия исеменән форумда ҡатнашыусыларҙы ошо илдең иҡтисад министры урынбаҫары Михаил Чеботарь сәләмләне.

«Барығыҙҙы ла Беларусь Республикаһы исеменән сәләмләйем. Башҡортостан менән беҙҙе йылы һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләй. Быйыл берлектәге саралар бик күп. Ҡатнашыусыларға бында бәйләнештәр булдырыуҙарын һәм уларҙы киңәйтеүҙәрен, килешеүҙәр төҙөүҙәрен теләйем», - тине Михаил Чеботарь. 

Фото:Валерий Шахов
 
 
Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды
Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас