

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәтен”дә Степнойҙан ат спорты менән әүҙем шөғөлләнгән, “Терра-Башҡортостан”, “Башҡорт аты” республика ат-спорты ярыштары ҡатнашыусыһы Айнур Тазетдиновтың инвестиция проекты ҡаралды. Ул районда ошо спорт төрөн үҫтерергә һәм сабыш аттары популяцияһын үҫтерергә инвестиция йәлеп итергә теләй. Айнур тағы ла районда ат спорты мәктәбен асырға планлаштыра.
Яңы Петровканан Владимир Матвеев башҡорт тоҡомло йылҡы һатып алып, ҡымыҙ етештерергә планлаштыра. Владимир әйтеүенсә, инвестиция йәлеп итеү район территорияһында ҡымыҙ продукцияһы етештереп, һатыуға булышлыҡ итәсәк.
Администрация Хайбуллинского района