

Башҡортостанда “Етештереү кооперацияһы: технологик суверенитетҡа ориентир” форумы бара.
Йыйынды ойоштороусылар – Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Төбәк сәнәғәт сәйәсәте департаменты, Башҡортостан Хөкүмәте.
Бер нисә көн барасаҡ был сараға сәнәғәт клеастерҙары, сәнәғәтте үҫтереү буйынса төбәк фондтары, башҡарма власть органдары, банк структураһы вәкилдәре саҡырылған.
Фото: “Туймазинский вестник”.