

Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 1 сентябренә Башҡортостан Республикаһында профессиональ килемгә һалым түләүсе 162,2 мең кеше теркәлгән, был ошо уҡ осорҙағы былтырғы күрһәткестән 51,2 процентҡа күберәк.
Теркәлгәндәрҙең 5,8 проценты - шәхси эшҡыуарҙар, 94,2 проценты - үҙмәшғүлдәр. 2023 йыл башынан алып «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үҙмәшғүлдәренә 9,8 миллион һумға льготалы микрозаймдар бирҙе, ә «Минең бизнесым» үҙәге белгестәре 6,6 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтте, шул иҫәптән 591 үҙмәшғүлгә. Ошо уҡ осорҙа 50 сара үткәрелде, унда 2,4 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, граждандар һәм 118 үҙмәшғүл ҡатнашты.
Үҙмәшғүл сифатында иҫәпкә ҡуйыу тураһында ғаризаны паспорт мәғлүмәттәрен һәм исем-шәрифте файҙаланып, интернет аша бирергә мөмкин. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре, «Минең һалым» ҡушымтаһы, Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта, банк ойошмалары аша ебәрергә мөмкин.
Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү өсөн һалым инспекцияһына йәки күп функциялы үҙәк, Дәүләт хеҙмәттәре йә нотариаль контора аша документтар тапшырырға мөмкин. Предприятиены теркәргә «Минең бизнесым» үҙәгендә лә ярҙам итәсәктәр. Ҡыҙыу элемтә телефоны: 8 (347) 224-99-99.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21858/