

Районда ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итә.
Юлбарыҫ ауылы халҡы бөгөнгө үҙгәрештәрҙе һөйөнөп ҡаршы алды. А.Вәхитов урамында асфальт түшәлде. З.Вәлиди урамында ла ремонт бара. Күптән күтәрелгән юл проблемаһының хәл ителеше ауылдың яҡты киләсәгенә ышаныс тыуҙыра.
"Эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыу өсөн предприятиела бөтә шарттар ҙа бар: эшселәр етерлек, кәрәк булһа, битум, ваҡ таш миҙгелгә етерлек итеп алып ҡуйылған, юл техникаһы паркының хәле яҡшы. Асфальт һалыуға йәмғеһе 13 кеше һәм 10 берәмек техника йәлеп ителде. Асфальтты Орск ҡалаһынан ташыйбыҙ. Смета буйынса А.Вәхитов урамында 23 метр оҙонлоғондағы юлға асфальт түшәйбеҙ. Әйткәндәй, уның киңлеге 5 метр, ә ҡалынлығы 7 сантиметр тәшкил итә. Беҙҙең өсөн был бәләкәй объект, әммә эште еренә еткереп сифатлы башҡарырға тырышабыҙ. Бер үк ваҡытта Аҡъяр һәм Садовый ауылдары урамдарына асфальт һалыу менән мәшғүлбеҙ." - ти подрядсылар.