

Аҡъяр ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялау тамамланды. Был хаҡта муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.
Рөстәм Динислам улы билдәләүенсә, 1-се һәм 2-се күтәрелештәге насос станциялары бер нисә йыл дауамында этаплап төҙөлә. Бөтәһе ете өҫтәмә насос ҡуйылған, 1000 кубҡа һыйҙырышлы һыу резервуары булдырылған, система тулыһынса автоматлаштырылған.
Был объектты файҙаланыуға тапшырыу район үҙәгендә йәшәүселәрҙе йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, һыу сифаты ла яҡшырасаҡ, сөнки ул зарарһыҙландырыласаҡ, тип күҙаллана. Төҙөкләндереү эштәре үткәрелгәндән һуң насос станцияһының тышҡы ҡиәфәте лә яҡшыра. Был объектты төҙөүгә республика һәм урындағы бюджеттарҙан йәмғеһе 80 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән