ИҠТИСАД
13 Сентябрь 2023, 14:50

Эш биреүселәр, һорауҙарға яуап бирегеҙ!

Ул профессиональ кадрҙарға ихтыяжды билдәләргә ярҙам итәсәк.

Эш биреүселәр, һорауҙарға яуап бирегеҙ!Эш биреүселәр, һорауҙарға яуап бирегеҙ!
Эш биреүселәр, һорауҙарға яуап бирегеҙ!

Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар. Ул урта сроклы һәм оҙайлы ваҡытҡа, йәғни биш һәм ун йылға профессиональ кадрҙарға ихтыяжды билдәләргә ярҙам итәсәк.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын ошондай һорау алыу үткәрә, һуңынан һөҙөмтәләр буйынса, бөтә шарттарҙы - кәрәгәсәк кадрҙарҙың йәшен, белем кимәленә һәм һөнәри квалификацияһына ҡарата талаптарҙы иҫәпкә алып, төбәк иҡтисадының кадрҙарға булған ихтыяжын күҙаллай.

Һорау алыуҙа:

бөтә төр иҡтисади эшмәкәрлек алып барған, төрлө милек формаһындағы, хеҙмәткәрҙәр һаны яғынан бәләкәй, урта, эре ойошмалар ҡатнаша ала.

2023 йылдың 15 сентябренә тиклем һорау алыуҙа ҡатнашып өлгөрөгөҙ: https://vk.cc/cqetUr

Анкета тултырғанда һорауҙар килеп тыуһа, телеграм-чатта һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин: https://vk.cc/cqRNhn

Системаға инеү өсөн ойошманың электрон почтаһына күрһәтмә, ваҡытлыса логин һәм пароль менән хат ебәрелә. Тулыландырылған мәғлүмәттәрҙең барыһы ла тик фараз төҙөү һәм уҡытыу программаларына төҙәтмәләр индереү өсөн файҙаланыласаҡ.

Ентеклерәк – сайтта: https://vk.cc/cqRNhV

 
Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас