ИҠТИСАД
12 Сентябрь 2023, 15:50

Юлдар торошо мөһим мәсьәлә

Ошо арала Хәйбулла районында Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов, Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов һәм "Башкиравтодор" етәксеһе Илдар Юланов етәкселегендә комиссия эшләне. Был хаҡта муниципаль район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә хәбәр итте:

Юлдар торошо мөһим мәсьәләЮлдар торошо мөһим мәсьәлә
Юлдар торошо мөһим мәсьәлә

Ошо арала районда Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов, Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов һәм "Башкиравтодор" етәксеһе Илдар Юланов етәкселегендә комиссия эшләне. Был хаҡта муниципаль район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә хәбәр итте:

«Юлдарыбыҙҙы һәм күперҙәребеҙҙе бергәләп ҡарап сыҡтыҡ, проблемалы темалар күтәрҙек, хәл итеү юлдарын эҙләнек. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: Маҡан-2 күпере буйлап ағымдағы йылдың сентябрь-октябрь айҙарында асфальт-бетон япмалы урау юл төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Күперҙе реконструкциялау проект төҙөү ҡарарын талап итә һәм 2024 йылда тамамланасаҡ. Аҡъяр—Яңы Черкасск автомобиль юлындағы күперҙә асыҡланған өҫтәмә етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, өҫтәмә проектлау талап ителә. Эштәрҙе башҡарыу мөҙҙәте — 2024 йыл дауамында. Мәмбәт—Сәғит аша урау юл буйлап өҫтәмә техника йүнәлтеп ремонт эштәре күләме арттырыласаҡ. Таштуғай аша үткән юлда тейешле билдәләр ҡуйыу менән ауыр йөк машиналары ағымы сикләнәсәк. Шулай уҡ 2024 йылға ошо ауылда күперҙе ремонтлауға финанс бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бөгөнгө көндә район биләмәһендә ике ауырлыҡ контроле пунктын төҙөкләндереү бара, алдағы ике айға эштәрҙе тулыһынса тамамлау планлаштырыла. Шулай уҡ Аҡъяр—Сибай автомобиль юлына капиталь ремонт үткәрелә, йәйәүлеләр үткәүелдәре һәм Аҡъяр ауылы биләмәһе буйлап үткән был юлды яҡтыртыу мәсьәләләре тикшерелде. Ремонт участкаларының ағымдағы ремонтлау күләмен арттырыу, техник базаны нығытыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде». 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас