ИҠТИСАД
12 Сентябрь 2023, 16:22

Маҡсатлы йәштәр

Варис Һәм Әминә Бикбовтар сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашты

Маҡсатлы йәштәрМаҡсатлы йәштәр
Маҡсатлы йәштәр

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырыштарҙа  яңы проект ҡаралды.

Варис Һәм Әминә Бикбовтар сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашты. Улар Аҡъяр ауылы биләмәһендә электр самокаттарын ҡуртымға алыу (кикшеринг) проекты тураһында һөйләне. Бикбовтар әйтеүенсә, был проекттың маҡсаты – ауылда транспорт мөхитен үҫтереү, шәхси мобиль транспорт сараларын – электросамокаттарҙы индереү.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

«2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы алыу өсөн конкурсҡа документтар ҡабул итеү дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте хакимиәттең рәсми сайтында  һәм телефондар буйынса белергә мөмкин: (34758) 2-18-99, 2-12-35.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас