

2023 йылдың 30 авгусында Түбәнге Новгородта Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров осрашыу үткәрҙе. Унда округ төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында фекер алыштылар.
Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, беренсе ярты йыллыҡта округ төбәктәренең етештереү үҫеше алты процентҡа күберәк тәшкил итте, был дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән күпкә юғарыраҡ. Максим Решетников фекеренсә, реаль сектор үҫеше Волга буйы федераль округы төбәктәренә төбәк бюджеттары һәм бизнесы өсөн ныҡлы килем базаһын тәьмин итә. Был иһә үҙ сиратында инвестицияларҙың артыуына килтерә.
Округта социаль-иҡтисади хәл тотороҡло, ти Игорь Комаров. “Округ үҫешә. Торлаҡ төҙөү, ауыл хужалығы, башҡа төп күрһәткестәр буйынса Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәргә ҡарағанда яҡшыраҡ. Бөгөн округ Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбендә”.
Тулы хоҡуҡлы вәкил фекеренсә, округ иҡтисады үҫешенең иң перспективалы йүнәлештәре – авиация һәм автомобиль эшләү, нефть химияһы. Иҡтисад үҫешенә оборона-сәнәғәт комплексы ҙур өлөш индерә. Шулай уҡ туризм индустрияһы ла перспективалы йүнәлеш булып тора.
Фото: pfo.gov.ru