ИҠТИСАД
31 Август 2023, 03:27

Республиканың Ҡытай менән тауар әйләнеше 88 %-ҡа артҡан

    

Республиканың Ҡытай менән тауар әйләнеше 88 %-ҡа артҡанРеспубликаның Ҡытай менән тауар әйләнеше 88 %-ҡа артҡан
Республиканың Ҡытай менән тауар әйләнеше 88 %-ҡа артҡан

Башҡортостандың Ҡытай менән үҙ-ара тауар әйләнеше 2023 йылдың тәүге яртыһында 88% тиерлек артҡан. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Уның мәғлүмәттәре буйынса, экспорт һәм импорт күләме лә 82% һәм 155% күберәк.

Республиканың Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлегендә лә уңыштар билдәләнә. Тауар әйләнешенең — 4%, ә экспорттың 9,5 % артыуы күҙәтелә.

«Быйыл 25 сентябрҙән 27-нә тиклем Астанала «Иннопром. Ҡаҙағстан» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе ойошторола. Башҡортостан унда майҙаны 220 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән ҙур стенд менән ҡатнашырға ниәтләй. Шулай уҡ әһәмиәтле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған», — тине Андрей Назаров.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас