ИҠТИСАД
30 Август 2023, 16:40

Башҡортостан делегацияһы - Санкт-Петербургта

         

Башҡортостан делегацияһы - Санкт-ПетербургтаБашҡортостан делегацияһы - Санкт-Петербургта
Башҡортостан делегацияһы - Санкт-Петербургта

Республика етәксеһе Радий Хәбиров 25-27 августа Санкт-Петербургта барған Башҡортостан көндәре сиктәрендә төбәктең рәсми делегацияһын етәкләй.

Делегация программаһында – эшлекле осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, күргәҙмә һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу.

Эшлекле форум төп ваҡиғаларҙың береһе булмаҡсы. Уның көн тәртибендә – Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу, шулай уҡ “Төбәк-ара партнерлыҡ – биләмәләрҙе үҫтереү нигеҙе” темаһына пленар ултырыш.

Радий Хәбиров эшлекле программа сиктәрендә Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән осрашасаҡ, бер нисә стратегик килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашасаҡ, шулай уҡ ҡаланың тарихи үҙәгендә Башҡортостандың экспозиция майҙансығына барасаҡ.

Ә 26 августа Санкт-Петербургтағы Һарай майҙанында “Башҡортостан дуҫтарын йыя” республика ижади коллективтары һәм башҡарыусыларының концерты була.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас