ИҠТИСАД
29 Август 2023, 17:44

Радий Хәбиров Санкт-Петербург менән хеҙмәттәшлектең юл картаһы тураһында һөйләне

  

Радий Хәбиров Санкт-Петербург менән хеҙмәттәшлектең юл картаһы тураһында һөйләнеРадий Хәбиров Санкт-Петербург менән хеҙмәттәшлектең юл картаһы тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Санкт-Петербург менән хеҙмәттәшлектең юл картаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм республиканың рәсми делегацияһы ағзалары Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән осрашты. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса Юл картаһына ҡул ҡуйылды, Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта һөйләне.

«Төбәктәребеҙ араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙыҡ. Ул 2024-2027 йылдарға иҫәпләнгән һәм үҙ-ара эш итеү йүнәлештәрен билдәләй. Бөгөн төбәк-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек ҙур роль уйнай. Уны нығытыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ - тауар әйләнешен үҫтерәсәкбеҙ, сәнәғәт кооперацияһын үҫтерәсәкбеҙ. Импортты алмаштырыу йәһәтенән тығыҙыраҡ эшләргә әҙербеҙ», - тип һөйләне Башҡортостан башлығы.

Радий Хәбиров Санкт-Петербург менән Башҡортостанды ныҡлы дуҫлыҡ бәйләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төбәктәрҙең иҡтисад, мәҙәниәт, туризм, спорт, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм башҡа өлкәләрҙә тығыҙ бәйләнештәре бар. «Мөмкинлектән файҙаланып, Александр Дмитриевичты һәм уның командаһын киләһе йылда Өфөнөң юбилейына саҡырҙым», - тип билдәләне республика етәксеһе.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре. 

Сығанаҡ:«Республика Башкортостан» гәзите.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас