ИҠТИСАД
28 Июль 2023, 09:58

Банктар кредит һәм вклад ставкаһын күтәрә башланы

-

Банктар кредит һәм вклад ставкаһын күтәрә башланыБанктар кредит һәм вклад ставкаһын күтәрә башланы
Банктар кредит һәм вклад ставкаһын күтәрә башланы

Рәсәй банктары 21 июлдә төп ставка 7,5 % алып 8,5 % тиклем арттырылғандан һуң кредит һәм вклад ставкаларын күтәрә башланы. «Известия» гәзите асыҡлауынса, 20 кредит ойошмаһының туғыҙы кредит ставкаһын 11% еткергән. «Финуслуги» платформаһы мәғлүмәттәре буйынса, депозиттар буйынса уртаса процент хәҙер 6,9 - 7,8% тәшкил итә.

«Хәҙер кредитлауҙың артыуы күҙәтелә, банктар өҫтәмә ресурстар йәлеп итеүгә мохтаж. Был уларҙы депозиттар буйынса ставкаларҙы арттырырға мәжбүр итә», — тине ПСБ-ның баш аналитигы Дмитрий Монастыршин.

Ипотека буйынса ставкалар ҙа арта башланы, тип билдәләй башҡа киң мәғлүмәт саралары. Бер нисә банк уларҙы 0,2, 0,3, 0,5-се процент пунктына күтәрҙе. Әммә ипотека биреү буйынса лидер банктар клиенттарын юғалтмаҫ өсөн әлегә ставканы күтәрмәй, тип иҫәпләй эксперттар.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-07-28/banki-nachali-povyshat-stavki-kreditov-i-vkladov-3361960

 
Автор:
Читайте нас