

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙә үҙ сәхифәһендә бөгөнгө көндә күптәрҙе борсоған һорауға яуап яҙҙы.
--Районда һыу менән тәьмин итеү иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Аҡъярҙа яңы насос станцияһын тоташтырыу буйынса эштәр тамамланды тиерлек, уны көйләү һәм төҙөкләндереү йәһәтенән ҡайһы бер мәсьәләләр ҡалды, уларҙы тиҙ арала хәл итәсәкбеҙ. Объекттың хаҡы 90 миллион һум тәшкил итте.
Бүребайҙа «Таҙа һыу» федераль проекты сиктәрендә ауылды һыу менән тәьмин итеүҙең икенсе сиратын төҙөү дауам итә. Ул халыҡты сифатлы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Юлбарыҫ ауылы янында 5 скважина бырауланған, подрядсы 500 м3 күләмдә һыу өсөн 2 резервуарҙы монтажлау буйынса эш алып бара. 2023 йылдың аҙағына тиклем объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Һыу менән тәьмин итеү эшенә 146 миллион һум йүнәлтелгән,--тине Рөстәм Динислам улы.