ИҠТИСАД
22 Июль 2023, 03:23

«Аҡыллы ҡала» халыҡ-ара форумында һанлы эшләнмәләр менән таныштырасаҡтар

   

«Аҡыллы ҡала» халыҡ-ара форумында һанлы эшләнмәләр менән таныштырасаҡтар«Аҡыллы ҡала» халыҡ-ара форумында һанлы эшләнмәләр менән таныштырасаҡтар
«Аҡыллы ҡала» халыҡ-ара форумында һанлы эшләнмәләр менән таныштырасаҡтар

«Росатом инфраструктура ҡарарҙары» акционерҙар йәмғиәте (РИР, «Росатом» дәүләт корпорацияһына инә) 2023 йылдың 26-28 июлендә Башҡортостанда үтәсәк «Аҡыллы ҡала» халыҡ-ара форумында биләмәләрҙе цифрлы үҙгәртеүгә комплекслы ҡараш тәҡдим итәсәк. РИР сараның стратегик партнеры булып сығыш яһай һәм транспортты интеллектуаль идара итеү, ресурстар менән тәьмин итеүҙе цифрлаштырыу, ҡала менән юғары һөҙөмтәле идара итеү проекттары өсөн үҙ эшләнмәләрен күрһәтә.

«Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы бөгөн профессиональ диалог өсөн иң ҙур майҙансыҡ булып тора, унда тармаҡ-ара кооперация һәм алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу мәлендә яңы идеялар һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡараштар барлыҡҡа килә. Форумдың стратегик маҡсаты – төп дәүләт көйләүселәре һәм заказсылары менән бизнестың туранан-тура диалогы аша төп маҡсаттарҙы һәм уларға өлгәшеү юлдарын билдәләү.

Форумда ҡатнашыусыларҙы рәсми сәләмләүҙә Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин билдәләүенсә: “Форум - ҡалаларҙы цифрлы үҙгәртеү өлкәһендәге төп ваҡиғаларҙың береһе. Унда ҡатнашыусылар ҡаланың интеллектуаль системаларын артабан үҫтереү шарттарын тикшереү генә түгел, власть органдары, бизнес һәм тармаҡ берләшмәһе вәкилдәренең үҙ-ара эш итеүенең һөҙөмтәле механизмдарын да эшләй аласаҡ”.

«Росатом инфраструктура ҡарарҙары» акционерҙар йәмғиәте стендында махсус ҡорамалдар, хәрәкәт датчиктары менән камералар, TOUCH-панель һәм РИР-ҙың флагман цифрлы ҡарарҙарын күрһәтеү өсөн экрандар урынлаштырыласаҡ. Атап әйткәндә, инфраструктура iot-платформаһының яңы версияһына инеү ойоштороласаҡ. Әлеге ваҡытта был программа инженер ҡорамалдары менән йыһазландырылған 50 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы ҙур объектта индерелә, ул секундына 50 меңдән ашыу сигнал сығара.

Бынан тыш, Росатомдың «Аҡыллы ҡала» платформаһының һуңғы версияһын ҡарарға мөмкин буласаҡ, уның даими ҡулланыусылары булып дүрт меңдән ашыу ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тора. Эшлекле программала РИР командаһы биләмәләрҙе, торлаҡ-коммуналь комплексты, транспорт инфраструктураһын цифрлы үҙгәртеү өлкәһендә тупланған тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

РИР-ҙың цифрлы продукттары импортты алмаштырыу һәм технологик суверенитетҡа өлгәшеү буйынса эш сиктәрендә «Аҡыллы ҡала» ҡарарҙары экосистемаһын киңәйтә. Электрон иҫәпләү машиналары һәм мәғлүмәттәр базаһы өсөн программаларҙың Берҙәм реестрында ҡала менән юғары һөҙөмтәле идара итеү өсөн 10 цифрлы сервис күрһәтелгән.

Әлеге ваҡытта Росатомдың ҡала мөхитен цифрлаштырыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм дәүләт идаралығы өлкәһендәге ҡарарҙары Рәсәйҙең 100-ҙән ашыу ҡалаһында ҡулланыла. РИР цифрлы проекттар алып барған ҡалалар Рәсәй Төҙөлөш министрлығы ҡалаларының iq индексының юғары рәттәрен биләй.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм "Аҡыллы ҡала" форумына теркәлеү: https://forumsmartcity.ru/ufa 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас