ИҠТИСАД
13 Июль 2023, 18:13

БРИКС-тың эшлекле советы Өфөлә «Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумын үткәреүҙе хупланы

   

БРИКС-тың эшлекле советы Өфөлә «Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумын үткәреүҙе хупланыБРИКС-тың эшлекле советы Өфөлә «Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумын үткәреүҙе хупланы
БРИКС-тың эшлекле советы Өфөлә «Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумын үткәреүҙе хупланы

26-28 июлдә Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡалаларҙы үҫтереү һәм цифрлы үҙгәртеү буйынса IV «Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы үтәсәк. Форумды БРИКС-тың Эшлекле советы хуплай, 50-нән ашыу ил ҡатнашыуға саҡырыу алған.

«Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы бөгөн профессиональ диалог өсөн иң ҙур майҙансыҡ булып тора, унда традицион рәүештә яңы идеялар һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүгә алымдар барлыҡҡа килә. Төп маҡсат – бизнес менән властың туранан-тура диалогын тәьмин итеү.

Форум эшендә федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдары, дәүләт корпорациялары вәкилдәре, ҙур тармаҡ ассоциациялары һәм союздары етәкселәре, шулай уҡ ҙур, урта һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Ҡатнашыусылар дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙең, төҙөлөш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм, транспорт, юл төҙөлөшө һәм файҙаланыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм энергетика өлкәләрендәге алдынғы Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттар менән үҙ проекттарын тәҡдим итә һәм тәжрибә уртаҡлаша ала. Иң яҡшы ҡарарҙар ғәҙәттәгесә форум сиктәрендә үтәсәк тармаҡ-ара күргәҙмә экспозицияһында тәҡдим ителәсәк. Сара ҡунаҡтары өсөн төрлө ҡатнашыу форматтары, бай эшлекле һәм мәҙәни программа ҡаралған.

«Аҡыллы ҡала» проекты Рәсәй Төҙөлөш министрлығы тарафынан 2018 йылдан "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" һәм "Һанлы иҡтисад" милли проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2023 йылғы форумды ойоштороусылар ҡатнашыуға 700-ҙән ашыу ғариза алған да инде. Форум тураһында тулыраҡ бында белергә һәм унда ҡатнашыу өсөн теркәлергә мөмкин.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас