ИҠТИСАД
13 Июль 2023, 18:08

Башҡортостанда йәшәүселәргә 2022 йылға һалым түләү ваҡыты яҡынлашыуы хаҡында иҫкә төшөрҙөләр

   

Башҡортостанда йәшәүселәргә 2022 йылға һалым түләү ваҡыты яҡынлашыуы хаҡында иҫкә төшөрҙөләрБашҡортостанда йәшәүселәргә 2022 йылға һалым түләү ваҡыты яҡынлашыуы хаҡында иҫкә төшөрҙөләр
Башҡортостанда йәшәүселәргә 2022 йылға һалым түләү ваҡыты яҡынлашыуы хаҡында иҫкә төшөрҙөләр

17 июль – 2022 йыл өсөн физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләүҙең сикләнгән срогы. Быны 2022 йылда алынған килем буйынса һалым декларацияһын тапшырған граждандарға эшләргә кәрәк, тип хәбәр итә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының  матбуғат хеҙмәте.

Һүҙ милектә булған мөлкәтте минималь милек срогынан кәмерәк һатыуҙан; мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән, сит ил сығанаҡтарынан килгән килемдәрҙән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән һәм башҡа һалымдар тураһында бара.

Һалымды шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында «Һалым һәм пошлина түләү» онлайн-сервисы ярҙамында түләргә мөмкин. Рәсәй Банкының рефинанслау ставкаһының 1/300 өлөшөнән сығып, 2023 йылдың 18 июленән НДФЛ түләү ваҡыты үткән һәр көн өсөн пеня иҫәпләнә.

 

фото:Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас