ИҠТИСАД
7 Июль 2023, 10:33

Импортты алмаштырыу проблемаһын хәл итеү өсөн

Лабораториялағы үҙенсәлекле ҡорамал быға мөмкинлек бирә.

Импортты алмаштырыу проблемаһын хәл итеү өсөнИмпортты алмаштырыу проблемаһын хәл итеү өсөн
Импортты алмаштырыу проблемаһын хәл итеү өсөн

Төҙөлөү өҫтөндәге вуз-ара студенттар кампусында тиҙҙән Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораториялары урынлашасаҡ. Улар араһында лайыҡлы урынды күп функциялы материалдар лабораторияһы урын аласаҡ. Ул “Аэрокосмик технологияларҙың юғары инженер мәктәбе” стратегик проекты сиктәрендә асылған. Уның маҡсаты – авиация техникаһы, машиналар эшләү һәм энергетика өсөн экстремаль шарттарҙа эшләүсе конструкция материалдарын проектлау өлкәһендә тикшереүҙәр үткәреү нигеҙендә юғары инженер мәктәбен булдырыу.

Лабораторияның төп бурыстары – биомедицина, авиация сәнәғәте, машиналар эшләү, нефть -газ сәнәғәте өсөн күп функциялы металл, композиция һәм башҡа материалдар булдырыуҙың фәнни –техник негеҙҙәрен үҫтереү.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, вуз-ара тсуденттар кампусын төҙөү “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас