

Туймазы районының “Серафимов” һөт заводына яңы автокибет һатып алыуға 2,7 миллион һум ярҙамды төбәк лизинг компанияһы бирҙе, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Предприятие һөт эшкәртеү һәм һөт ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнә. Көн һайын бында 20 тоннаға тиклем һыйыр ағы эшкәртелә, етештерелгән тауар исемлегендә 20 төр һөт ризығы бар. “Газель Бизнес” автомобиле базаһындағы автокибет райондың алыҫ ауылдарына яңы продукция ташырға, күсмә сараларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк.
– Ташламалы лизинг ярҙамы эшҡыуарҙарға эшмәкәрлектең яңы йүнәлештәрен үҙләштереү, етештереүҙе яҡшыртыу, тауар номенклатураһын киңәйтеү мөмкинлеген бирә, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. “Серафимов” директоры Илдар Йәнекәев һүҙҙәренсә, килешеү 13 айға төҙөлгән, лизинг ставкаһы ете процент тәшкил иткән.
Ярҙам "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" милли проектында (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ҡаралған. Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект бизнес үҫешенең бөтә этаптарында ла уны алып барыу өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостанда быйыл милли проект сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыуға 694,5 миллион һум йүнәлтеләсәк, шуларҙың 680,6 миллион һумы федераль бюджеттан.
Фото: resbash.ru