

26-28 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы үтә. Башҡортостандың туризм өлкәһендә башҡа төбәктәр менән хеҙмәттәшлегенең нисек үҫешеүе хаҡында ике дәүләттең туристик компаниялары вәкилдәре халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе барышында һөйләне.
“Ҡарасәй-Черкес туризмы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Ренат Хатуаев Ҡарасәй-Черкес Республикаһы Туризм һәм курорттар министрлығы стендын тәҡдим итте.
– Өфөләге халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә төбәгебеҙҙең туристик һәм сәнәғәт ҡеүәте менән таныштырабыҙ. Әйткәндәй, Башҡортостандың баш ҡалаһындағы күп магазиндарҙа Ҡарасәй-Черкестан эсәр һыу бар, был бик ҡыуаныслы, - тип һөйләне Ренат Хатуаев.
Коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Өфөлә булыуҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште. Шулай уҡ, Башҡортостандың туризм өлкәһендә бер нисә проект бар, уларҙы Ҡарасәй-Черкес Республикаһының туристик бизнесы вәкилдәре лә ҡыҙыҡһындыра ала, тип билдәләне ул.
– Форумдан Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән хеҙмәттәштәр менән танышыуҙар көтәбеҙ, бөтә кимәлдәрҙә лә хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Ғөмүмән, бөгөн Рәсәйҙә эске туризм ҙур үҫеш кисерә, – тине ул.
Беларусь Республикаһы Президенты эштәре идаралығының “ЦЕНТРКУРОРТ” республика унитар предприятиеһы вәкиле Ольга Бардашевич үҙенең предприятиеһы тураһында һөйләне:
– Беларусь Республикаһы Президентының Эштәр идаралығы системаһына илебеҙ биләмәһендә урынлашҡан дүрт шифахана, шулай уҡ Рәсәйҙә урынлашҡан өс объект, милли парктар һәм ҡурсаулыҡ инә. Улар юғары кимәлдәге туристик хеҙмәттәр күрһәтә. “ЦЕНТРКУРОРТ” баш ҡалала урынлашҡан, һәм беҙҙең бөтә Беларусь Республикаһы буйынса офистар селтәре бар, беҙ бөтә ил буйынса ял һәм туристик программалар тәҡдим итергә әҙербеҙ, – тип ышандырҙы Ольга Бардашевич.
Шулай уҡ ул туризм өлкәһендә ике союз дәүләтенең хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙә әүҙем булыуын билдәләне.
– Минск – Өфө рейсы эшләй башланы. Башҡортостан халҡы ял итә, дауалана һәм экскурсияларға йөрөй алһын өсөн был рейсҡа махсус рәүештә һигеҙ көн, ете төнгә пакет программалар әҙерләнек. Быйыл Башҡортостан компаниялары менән бәйләнештәр әүҙем юлға һалына башланы, – тип һөйләне Ольга Бардашевич.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел Башҡортостан халҡында бик популяр булған “Башҡорт-белорус оҙон ғүмере” программаһы старт алды. Шул уҡ ваҡытта бындай сәфәрҙә булғандарҙың барыһы ла ыңғай баһалар менән уртаҡлаша һәм ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәй.