

Район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Первомайск ауылынан Наил Жәйләүев ит һәм һөтсөлөк буйынса малсылыҡты үҫтереү буйынса үҙ проектын тәҡдим итте.
Ул Первомайск ауылында шәхси хужалығын үҫтереү менән шөғөлләнә. Уның ихатаһында малсылыҡ бинаһы ла, мал аҙығы әҙерләүгә ауыл хужалығы техникаһы да, бесән эшләү өсөн ҡуртымға алынған ер участкаһы ла бар. Хәҙер иһә Наил Дамир улы крәҫтиән-фермер хужалығы асырға, хөкүмәт ярҙамына бер нисә баш симменталь тоҡомло һыйырҙар алырға планлаштыра. Кәңәшмәлә уға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға документтар тапшырырға тәҡдим ителде.