ИҠТИСАД
26 Июнь 2023, 16:55

Эшҡыуарҙар иғтибарына!

Һалым менән бәйле һорауҙарығыҙ булһа, мөрәжәғәт итегеҙ.

Эшҡыуарҙар иғтибарына!Эшҡыуарҙар иғтибарына!
Эшҡыуарҙар иғтибарына!

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге, “Экспорт проектының тормош циклы” программаһына ярашлы, республика эшҡыуарҙарын “Экспорт эшмәкәрлегендә һалымдар” семинарына саҡыра. Сара 3 июлдә 10 – 18 сәғәттә Өфөләге “Башҡортостан” ҡунаҡханаһының (Ленин урамы, 25/29) “Янғантау” конференциялар залында үткәрелә.

- Семинар һөҙөмтәһендә унда ҡатнашыусылар тышҡы сауҙа килешеүенең һөҙөмтәлелеген күтәреүҙең яңы юлдары, һалым һалыу системаһын нисек һайлау, бизнес-моделде иҫәпкә алып, һалым режимы, өҫтәмә хаҡҡа һалымға ташламалы ставканы алыу өсөн экспортҡа сығарыусыға ниндәй документтар әҙерләү кәрәклеге, һалым тикшереүен нисек үтеү һәм һалым органдары менән нисек эшләү тураһында беләсәк, - тип белдерҙе республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Семинарҙа бушлай ҡатнашыу өсөн алдан теркәлергә кәрәк: vk.cc/coUmrk.

Семинар аҙағында һәр ҡатнашыусы Рәсәй экспорт үҙәгенең Эксперт мәктәбендә белем алыу тураһындағы сертификатҡа эйә буласаҡ. Семинарҙың тренеры Елена Герчикова - Рәсәй эксперт үҙәге Эксперт мәктәбенең федераль эксперты буласаҡ.

Теркәлеү менән бәйле проблемалар килеп сыҡһа, үҙәк белгестәренә мөрәжәғәт итегеҙ: +7 (962) 544 13 60, exportcenter@bashkortostan.ru

Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/21255/

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас