

Владимир Сидельниковтың крәҫтиән-фермер хужалығында мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләре буйынса күсмә семинар-кәңәшмә үтте. Семинарҙа ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, крәҫтиән фермер хужалыҡтары башлыҡтары, райондың ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы, мәғлүмәт-консультация үҙәге һәм райондың ветеринария идаралығы белгестәре ҡатнашты. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев, семинарҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, күп йыллыҡ үләндәрҙе беренсе сабыу ваҡытын тиҙерәк тамамлау кәрәклеген билдәләне. Ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Александр Буренин үҙ сығышында сифатлы мал аҙығы әҙерләү нескәлектәре тураһында ентекле һөйләне. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәт алды, мал аҙығын әҙерләүҙе сифатлы итеп үткәреү тактикаһын тикшерҙе.