

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 18,5 процентҡа артасаҡ. Был хаҡта президент Владимир Путин 16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында сығыш яһағанда белдерә.
Дәүләт башлығы минималь эш хаҡы күләмен даими индексациялаясаҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2030 йылға ул ике тапҡырға артырға тейеш, тип хәбәр итә РИА Новости.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл минималь эш хаҡы күләме 16 242 һум күләмендә билдәләнгән. Шулай итеп, 2024 йылдың 1 ғинуарынан ул 19 242 һумға тиклем артасаҡ.
фото:Башинформ