Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
31 Май 2023, 20:33

Республика халҡы оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһында ҡатнаша ала

   

Республика халҡы оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһында ҡатнаша ала
Республика халҡы оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһында ҡатнаша ала

Оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһы нимә ул?

Был - дәүләт тарафынан күрһәтелгән финанс ярҙам буйынса яңы программа. Ул йыйылған аҡсаны бергәләп финанслауға ҡайтып ҡала. Программала ҡатнашыусы дәүләт иҫәбенә, иң мөһиме, хәүефһеҙ һәм юғалтыуҙарһыҙ аҡса эшләй ала, сөнки программа рәсәйҙәрҙең көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Ул нисек эшләй? Ябайлаштырып әйткәндә, ҡатнашыусы һалған һәр һумға тағы бер һум өҫтәйҙәр. Оҙайлы һаҡлыҡ программаһы ярҙамында аҡсаны йыйырға ла, арттырырға ла була.

15 йылға тиклемге осорға оҙайлы срокҡа һаҡлыҡҡа йыйыласаҡ аҡса ҡатнашыусы тарафынан ирекле взностар, шулай уҡ пенсия тупланмалары иҫәбенә үҙаллы булдырыла.

Йыл һайын физик берәмектәрҙең килеменә һалымды кире ҡайтарыу иҫәбенә 52 мең һумға тиклем өҫтәмә килем алырға мөмкин. Ә күсерелгән аҡса дәүләт тарафынан 2,8 миллион һум суммаға страховкалана.

Оҙайлы һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Рәсәй Федерацияһының финанс министры Антон Силуанов программаның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй.

Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһы - ил халҡының көнкүрешен планлы рәүештә яҡшыртырға мөмкинлек биргән бик етди ҡорал, тип билдәләне.

- Шул уҡ ваҡытта беҙҙең иҡтисад инфраструктура проекттарына, мегапроекттарға аҡса һалырға һәм Рәсәй иҡтисады үҫеше өсөн импульс формалаштырырға мөмкин булған оҙайлы сроклы ресурстар аласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Йәнгиров.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: