

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән Бүребай ауылынан эшҡыуар Сергей Туленковҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары” почетлы исеме бирелде.
Награданы районыбыҙ эшҡыуарына республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.Наградлау сараһы Сибайҙа үткән “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй һабантуйы сиктәрендә үтте.
Сергей Туленков бына 25 йыл эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып бара. Яҡташтары уны төрлө шәфҡәтлелек акцияларында ҡатнашҡан кеше булараҡ та белә. Эшҡыуар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан райондаштарыбыҙға ла ярҙам ҡулы һуҙа. Сергей Александрович афған ғәрәсәтен үткән яугир булараҡ, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә лә тос өлөш индерә.