

Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. “Беҙ, башҡорттар өсөн һабантуй – иң яратҡан байрамдарҙың береһе. Бында ауыл хужалығының алдынғы эшсәндәрен тәбрик итәбеҙ, сәсеү эштәренең уңышлы тамамланғанына ҡыуанабыҙ. Һабантуй – ул яҡшылыҡҡа ышаныуҙың символы ла, беҙҙең берҙәмлектең, рухи көстөң һынланышы ла.
Байрамды ябай булмаған осорҙа үткәрәбеҙ. Күп ир-егет алғы һыҙыҡта, Рәсәй өсөн, беҙҙең өсөн көрәшә. Улар барыбыҙҙың да имен-һау икәнен, эшләгәнебеҙҙе, һөргәнебеҙҙе, сәскәнебеҙҙе, үҫтергәнбеҙҙе һәм үҫкәнде күргеһе килә. Бөтәбеҙ ҙә уларға тыныс күк йөҙө өсөн, беҙҙең тыныслыҡты, хеҙмәтте һаҡлағандары өсөн, уларҙың ярҙамы арҡаһында ошондай байрамдар үткәрә алған өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Яугирҙәребеҙгә дан!” – тине ул сығышында.
Р. Хәбиров инвестиция һабантуйы ҡунаҡтарын да тәбрикләп, уларҙың форумдағы эш мөхите менән ҡәнәғәт ҡалыуҙарына өмөт белдерҙе һәм барыһына ла яҡшы ял, сәләмәтлек, бай уңыш, тыныслыҡ теләне.
Һабантуйҙа “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ойошмаһының район бүлексәһе Әбйәлил районының яугир улдарының 1812 йылдан башлап данлы хәрби юлын күрһәткән күргәҙмә ойошторҙо. 112-се Башҡорт атлы дивизияһына, Әбйәлил улы – Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа бағышланған театрлаштырылған тамаша ла ҡородо.
Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлегенә баш эйҙе. “Яугирҙәребеҙ тураһында онотмаҫҡа, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ”, – тине ул.
– Бөгөн Урал аръяғын берләштергән һабантуй үтә. Ҡарағыҙ, күпме халыҡ килгән. Улар был байрамға лайыҡлы”, – тип билдәләне Р. Хәбиров.
Сығанаҡ: glavarb.ru